
БаШҠОрТсА
11 июля

Аҡ яулыҡ.
Ҡара таңдан, эш башларҙан алда,
Аҡ яулыҡты сөйөп бәйләйем,
Эшем йыйнаҡ, уйым тыйнаҡ булһын –Эстән генә шулай теләйем.
Аш-һыуыма сәсем ҡойолмаһын,
Таҙа булһын ҡылған эштәрем,
Донъям йөгө ауыр тойолмаһын,
Йорт-ҡурамда булһын хәстәрем.
Эшләнмәгән эшем йыйылмаһын,
Аҡтан-пактан булһын хистәрем,
Иртә таңдан ҡояш шат йылмайһын,
Шатлыҡ менән етһен кистәрем…
Аҡ яулығым ситен ал сәскәләр,
Күҙҙең яуын алып, биҙәгән,
Бүләк иткән кешем аҡ бәхеттәр,
Аллы-гөллө яҙмыш теләгән.
Аҡ ерлекле аллы-гөллө яҙмыш
Үҙ ҡулымда. Беләм ҡәҙерен.
Үҙ ҡулдарым менән гөл үҫтерәм,
Көтөп ултырмайым әҙерен.
Аҡ яулыҡты сөйөп башҡа бәйләп,
Донъя көтөүҙәре күңелле!
Парлап донъя көтөү – үҙе рәхәт!
Эшләй алыу – бәхет түгелме?
Фирүзә Абдуллина.
Ҡара таңдан, эш башларҙан алда,
Аҡ яулыҡты сөйөп бәйләйем,
Эшем йыйнаҡ, уйым тыйнаҡ булһын –Эстән генә шулай теләйем.
Аш-һыуыма сәсем ҡойолмаһын,
Таҙа булһын ҡылған эштәрем,
Донъям йөгө ауыр тойолмаһын,
Йорт-ҡурамда булһын хәстәрем.
Эшләнмәгән эшем йыйылмаһын,
Аҡтан-пактан булһын хистәрем,
Иртә таңдан ҡояш шат йылмайһын,
Шатлыҡ менән етһен кистәрем…
Аҡ яулығым ситен ал сәскәләр,
Күҙҙең яуын алып, биҙәгән,
Бүләк иткән кешем аҡ бәхеттәр,
Аллы-гөллө яҙмыш теләгән.
Аҡ ерлекле аллы-гөллө яҙмыш
Үҙ ҡулымда. Беләм ҡәҙерен.
Үҙ ҡулдарым менән гөл үҫтерәм,
Көтөп ултырмайым әҙерен.
Аҡ яулыҡты сөйөп башҡа бәйләп,
Донъя көтөүҙәре күңелле!
Парлап донъя көтөү – үҙе рәхәт!
Эшләй алыу – бәхет түгелме?
Фирүзә Абдуллина.
11 028