ВКонтакте

Беҙ бергә!!!

@club78594289 Литература и писательство
Нет в реестре РКН Не иноагент
Бергә булайыҡ, бергә-бергә фекер ҡорайыҡ, донъя хәтәрҙәрен, борсолоуҙарҙы бергә еңәйек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашайыҡ))))))

Статистика обновлена 24.11.2026 в 20:30 · 167 просмотров страницы · Хотите больше просмотров?

Подписчики20 364
Охват поста326 2% от подписчиков
ERR за месяц1,60%
ERR за 24 часа1,60%

Динамика за 30 дней

Рекламные публикации

Рекламных публикаций не найденоЗа последнее время мы не нашли на площадке ни одного рекламного поста.

Последние публикации

Все посты канала →
Беҙ бергә!!! vk20 тыс. подписчиков
Открыть пост ↗
УРЫНДЫҠЛЫ БАЛА САҒЫМ...

Урындыҡта беҙ бит яралғанбыҙ
Тулғаҡ тотоп, илап тыуғанбыҙ
Кендек ҡаны урындыҡҡа тамған
Күкрәк һөтөн шунда имгәнбеҙ...

Ун биш таҡта ғына - шул урындыҡ
Әҙәм итте беҙҙе, ашатты...
Уйынын да шунда уйнатты ул
Йоҡоһон да шунда йоҡлатты...

Икмәген дә баҫты әсәй шунда
Тукмасын да йәйҙе, ҡырҡты ла...
Бәпәй туйы, аят ашы үтте
Хатта олатайҙың ҡырҡы ла...

Йома мәжлестәре шунда үтте
Аҙан әйтеп, уҡып әкбәрен...
Ашъяулыҡтар йәйеп, самауырҙан
Өләсәйҙәр эсте сәхәрен...

Никах уҡынылар урындыҡта
Йәрәштеләр йәштәр түшәктә...
Итәк тулы бала үҫте аунап
Карауат та булды, бишек тә...

Яҙ сығара ине ҡаҙҙар бәпкә
Оя ҡороп аҫта, ҡамшауҙа
Көҙ байлығы шунда тәгәрәне
Йәтеш ине, ҡышҡы сатлауҙа...

Тирә яғы арҡыры, буй юрған
Уртаһында һуҡҡан турпыша
Бала саҡтың ҡайтмаҫ хәтирәһен
Иҫләйһең дә, күңел тулыша...

Төрлө сағы уның, шатлығы ла
Хәсрәте лә хатта булғандыр...
Ата-әсәйле бала саҡтар ошо
Урындыҡта ятып ҡалғандыр...
Урындыҡта ятып ҡалғандыр...

Мәрйәм Закирйәнова
26.02.2026
👁 326 ❤ 7 27 октября
Беҙ бергә!!! vk20 тыс. подписчиков
Открыть пост ↗
Ғүмер берәү генә
Йәмле йәйҙәр үтә, алтын көҙҙәр етә
Ҡыш миҙгеле баҫа сиратҡа.
Ғүмеркәйҙәр үтә, йөрәктәрҙе өтә
Арта ҡала йылдар, йыраҡта.

Тыуар көндө әйҙәп, иртәгәһен бәйләп
Ғүмер йомғаҡтары урала.
Бөгөн кеше йәшәй, иртәгәһен һиҙмәй
Мәңгелеккә инеп юғала.

Алтын көҙҙәр еткәс, һалҡын елдәр иҫкәс
Япраҡтарҙа ергә ҡойола.
Ғүмерҙәр әҙ бит ул, йылы һүҙ наҙ бит ул
Йөрәктәргә инеп уйыла.
Баймырҙина Римма
👁 1.7 тыс. ❤ 31 ↻ 8 18 октября