Посты

Some SEO Title

Фильтры:

ID площадки

Поиск по ключевому слову:

Фильтры

Дата:

Социальные сети:

Репосты:

Комментарии:

Охват:

График публикаций площадки

Всего 2 поста в 1 канале

ava
Һине рәнйеткәнгә бәхет телә,
Һаулыҡ телә йәне-тәненә.
Ҡылған яуызлығы берәй ваҡыт,
Кире әйләнеп ҡайта үҙенә.

Һине һөйләгәнгә ҡыуан ғына,
Тимәк, һөйләрлегең бар әле.
Ике донъя ҡыуанысын телә,
Ғәйбәтсегә донъя тар әле.

Таш атһалар һинең баҡсаңа,
Аш менән бәр кире үҙенә.
Үҙ бәҫеңде бер үк төшөрмә,
Юғары бул кеше һүҙенән.

Һөйләйҙәрме, әйҙә, һөйләһендәр,
Яҡшы атҡа септә килешә.
Матур күңелдәргә, алда йөрөгәндәргә,
Хоҙай үҙе бәхет өләшә.

Рәнйеткәнгә, булышҡандарға,
Һаулыҡ ҡына телә хәҙергә.
Хоҙай барыһын да тигеҙләй,
Бөтәбеҙ ҙә бара ҡәбергә...

Фәнилә Йәндәүләтова
ava
cover
Ауылдаштарым

Егәрле лә, уңған, етеҙ
Минең ауылдаштарым.
Кәрәк икән, икеләнмәй
Аҡтарыр тау-таштарын.
Ауылымдың ҡотон һаҡлай
Бөркөттәй ир-егеттәр.
Тормош ҡуйған һәр һынауҙы
Бирешмәй еңеп үтәр.
Наҙлы, гүзәл һылыуҡайҙар
Тыуған ер биҙәктәре.
Ғаиләм тип, өҙгөләнә
Изге, саф йөрәктәре.
Талъян моңо, ҡурай сыңы
Өҙҙөрә үҙәктәрҙе.
Йыр-моң менән таң ҡалдыра
Ауылдаштар күптәрҙе.
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла
Бергә ауылдаштарым.
Төйәгенә тоғро булып
Бәйләгән яҙмыштарын.

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова

Самые популярные публикации

Һине рәнйеткәнгә бәхет телә,
Һаулыҡ телә йәне-тәненә.
Ҡылған яуызлығы берәй ваҡыт,
Кире әйләнеп ҡайта үҙенә.

Һине һөйләгәнгә ҡыуан ғына,
Тимәк, һөйләрлегең бар әле.
Ике донъя ҡыуанысын телә,
Ғәйбәтсегә донъя тар әле.

Таш атһалар һинең баҡсаңа,
Аш менән бәр кире үҙенә.
Үҙ бәҫеңде бер үк төшөрмә,
Юғары бул кеше һүҙенән.

Һөйләйҙәрме, әйҙә, һөйләһендәр,
Яҡшы атҡа септә килешә.
Матур күңелдәргә, алда йөрөгәндәргә,
Хоҙай үҙе бәхет өләшә.

Рәнйеткәнгә, булышҡандарға,
Һаулыҡ ҡына телә хәҙергә.
Хоҙай барыһын да тигеҙләй,
Бөтәбеҙ ҙә бара ҡәбергә...

Фәнилә Йәндәүләтова
605
15 506
13.06.2025 в 11:00
Ауылдаштарым

Егәрле лә, уңған, етеҙ
Минең ауылдаштарым.
Кәрәк икән, икеләнмәй
Аҡтарыр тау-таштарын.
Ауылымдың ҡотон һаҡлай
Бөркөттәй ир-егеттәр.
Тормош ҡуйған һәр һынауҙы
Бирешмәй еңеп үтәр.
Наҙлы, гүзәл һылыуҡайҙар
Тыуған ер биҙәктәре.
Ғаиләм тип, өҙгөләнә
Изге, саф йөрәктәре.
Талъян моңо, ҡурай сыңы
Өҙҙөрә үҙәктәрҙе.
Йыр-моң менән таң ҡалдыра
Ауылдаштар күптәрҙе.
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла
Бергә ауылдаштарым.
Төйәгенә тоғро булып
Бәйләгән яҙмыштарын.

Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова
19
1 780
11.06.2025 в 06:08