ВКонтакте

Минең турала...

@club166440333 Литература и писательство
Нет в реестре РКН Не иноагент
Артыңдан һөйләйҙәр икән, тимәк һин алда.
Һинең тормошоңды тикшерәләр икән, тимәк һинең тормошоң улырҙыҡынан ҡыҙығыраҡ.
Етешһеҙлетәреңде табырға тырышалар икән, тимәк көнләшәләр.

Статистика обновлена 25.11.2026 в 23:20 · 192 просмотра страницы · Хотите больше просмотров?

Подписчики20 134 -1 за 1 день
Охват поста2 638 13% от подписчиков
ERR за месяц13,10%
ERR за 24 часа9,44%

Динамика за 30 дней

Рекламные публикации

Рекламных публикаций не найденоЗа последнее время мы не нашли на площадке ни одного рекламного поста.

Последние публикации

Все посты канала →
Минең турала... vk20 тыс. подписчиков
Открыть пост ↗
Ебәрергә өйрән кешеләрҙе ,
Теләһәләр һинән китергә.
Сабыр ғына туҡтап , көтә лә бел,
Кемдәр теләй ҡыуып етергә...

Яратырға өйрән яратҡанды...
Күтәрә бел һине һөймәүҙе...
Өйрән әле үҙең өсөн йәшәргә лә,
Онот инде кеше көйләүҙе. ..

Дошмандарҙы еңәргә һин өйрән,
Тормош закондарын боҙғолап.
Киләсәкте уйла... Пландар ҡор...
Үткәндәрҙе ал да һыҙғылап...

Эгоистлыҡтыла йышыраҡ ҡуллан әле,
Ғүмер йылғаһында аҡҡанда. ..
Күрәһеңме?
... Ана, ҡояш байып бара,
Арҡаһына бер көн аҫҡанда...

Гөлзилә Ҡотдосова
👁 998 ❤ 38 ↻ 15 сегодня в 11:32
Минең турала... vk20 тыс. подписчиков
Открыть пост ↗
ЫШАНЫСТЫ ҠАЙҘА ҺАТАЛАР УЛ...
Ышанысты ҡайҙа һаталар ул,
Тыныслыҡ та барҙыр әле унда.
Юлын өйрәтһәгеҙ шул баҙарҙың,
Бер ҙә тормаҫ инем мин хаҡында.

Икеләнеү ҡортон бөтөрөүсе
Иҙмәләр ҙә барҙыр әле унда.
Алып ҡайтыр инем күмәртәләп,
Йөръәт итеп берҙе барыуымда.

Ауыр һүҙҙе ҡаҡлыҡтырыр өсөн –
Йәберҙәрҙе үткәрмәҫтәй ҡалҡан,
Алып ҡайтыр инем барыһына,
Шул баҙарға юлым төшә ҡалһа.

Йыйып ҡуйған сабырлығым менән
Иҫәпләшер инем, “ыһ” та итмәй.
Тик яҙмышым шул кибетте белгән
Кешеләргә генә һис тап итмәй.

Ышанысты ҡайҙа һаталар ул,
Әйтмәгәс тим, алып ҡайтырһығыҙ?
Кемгә йомошларға шул йомошто,
Теләгән хаҡ менән һатырһығыҙ.

Үҙем белһәм бер йәшермәҫ инем,
Юл күрһәтеп ҡуйыр инем таҡта.
Йүнәлерҙәр ине шул тарафҡа,
Аптыранып ҡына ҡалған саҡта.

Бер көн асылыр тип, һиңә ул сер,
Өмөт иттереүе ҡулай булғас,
Шик-шөбһәне ҡайҙа таратайым,
Шуны аңғартығыҙ, улай булғас.

Әйттем дә һуң, йыйынтығым етәр,
Тотонманым, “һары алтын” йыйҙым.
Түҙер инем дә ул түҙгәнемсә,
Ышанысһыҙ ҡалыу йәнде ҡыйҙы.

Гөлнара Хәлфҽтдинова
👁 1.2 тыс. ❤ 35 💬 1 ↻ 13 сегодня в 08:32
Минең турала... vk20 тыс. подписчиков
Открыть пост ↗
Ямау һалам...
Замананың шундай ҡырыҫ мәле,
Эте-бете йәнде ҡаната...
Һинән кәмдәр һине аҫҡа тарта,
Аҡылһыҙҙар ғына аң һата.

Ямау һалам һаман күңелемә,
Әле ямай торған ере күп...
Энә төртөр генә ере лә юҡ,
Йәнем бара инде, күнегеп.

Ҡанатып та бөттөм, ҡайһылайтып
Туҡтатырмын тамған ҡандарын...
Тырнай күңелемде яман телдәр,
Көнсөллөк томалап, аңдарын.

Түҙәм әле, түҙәр хәлем етә,
Ҡаяларҙан биҙмәҫ бөркөт тә!
Был донъяның ҡануны ла көслө,
Ул түҙерме...Хоҙай елкетһә?!

Нуриҙә Илһамова.
👁 2.4 тыс. ❤ 85 💬 2 ↻ 19 вчера в 12:29