Посты
Some SEO Title
График публикаций площадки
Всего 5 постов в 1 канале
Икенселәрҙән көлөп,
Көслөрәк булмаҫһың.
Көслөрәк булмаҫһың.
ӨНӨМ
Ултыр, тиеп, урын бирергәме,
Өндәшергә микән - ҡыйманың.
Ултырғыс буш түгел, күрәм дә ул,
Йөрәгеңә бына һыйманым.
Һиҙҙем. Түҙҙем. Ер убылды буғай,
Йөрәк туҡтай яҙҙы – тыйманым.
Йүг(е)реп сығып, бер гонаһһыҙ елде,
Боҙло ямғыр менән һыйланым.
Борсаҡ-борсаҡ ямғыр тамсыларын
Уртланы ел, бахыр, нишләһен.
Шул тамсылар менән, ерҙе уйып,
Үҙемә өң килде тишәһем.
Үҙем һымаҡ, бәп-бәләкәй генә,
Үҙем ҙурлыҡ ҡына бер мөйөш.
Убылды бит, бар(ы)бер, ер аҫтына
Һинең яныңдағы бер өлөш.
Ер – һинеке, иркен атлап йөрө,
Миңә етә бына ошо өң.
Ер һыҡтауҙарына һин һиҙгер бит,
Ишетелер шунан минең өн.
Бында йылыраҡ та, әле генә
Сыҡмам да ул ошо өңөмдән.
Мин үҙемә ҡастым, һинән ҡастым,
Ер өҫтәрендәге өнөмдән.
Ғәлиә Кәлимуллина
30.08.16.
Ултыр, тиеп, урын бирергәме,
Өндәшергә микән - ҡыйманың.
Ултырғыс буш түгел, күрәм дә ул,
Йөрәгеңә бына һыйманым.
Һиҙҙем. Түҙҙем. Ер убылды буғай,
Йөрәк туҡтай яҙҙы – тыйманым.
Йүг(е)реп сығып, бер гонаһһыҙ елде,
Боҙло ямғыр менән һыйланым.
Борсаҡ-борсаҡ ямғыр тамсыларын
Уртланы ел, бахыр, нишләһен.
Шул тамсылар менән, ерҙе уйып,
Үҙемә өң килде тишәһем.
Үҙем һымаҡ, бәп-бәләкәй генә,
Үҙем ҙурлыҡ ҡына бер мөйөш.
Убылды бит, бар(ы)бер, ер аҫтына
Һинең яныңдағы бер өлөш.
Ер – һинеке, иркен атлап йөрө,
Миңә етә бына ошо өң.
Ер һыҡтауҙарына һин һиҙгер бит,
Ишетелер шунан минең өн.
Бында йылыраҡ та, әле генә
Сыҡмам да ул ошо өңөмдән.
Мин үҙемә ҡастым, һинән ҡастым,
Ер өҫтәрендәге өнөмдән.
Ғәлиә Кәлимуллина
30.08.16.
Бөтә нәмә ҡабатлана ерҙә,
Ҡабатланмай бары ғүмерҙәр..
Ҡабатланмай бары ғүмерҙәр..
Бөтә нәмә ҡабатлана ерҙә,
Ҡабатланмай бары ғүмерҙәр..
Ҡабатланмай бары ғүмерҙәр..